+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 18:00

Әлшәй итен – сит илгә

“Әлшәй-ит” Раевка ит комбинаты” (“Раевский мясокомбинат “Альшей-мясо”) етештереүҙе киңәйтергә, экспортҡа сығырға, эш хаҡтарын арттырырға ниәтләй. Быға “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашыу булышлыҡ итәсәк.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Әлшәй-ит” Раевка ит комбинаты” (“Раевский мясокомбинат “Альшей-мясо”) етештереүҙе киңәйтергә, экспортҡа сығырға, эш хаҡтарын арттырырға ниәтләй. Быға “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашыу булышлыҡ итәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ит комбинаты етештереүҙең тулы циклын алып бара. Малды аҫрауҙан алып 40 төрлө продукция сығарыуға тиклем. Предприятие йылына 5,5 мең тонна ит, 228 тонна колбаса изделиеһы етештерә. Тиҙҙән комбинатта ҙур реконструкция эштәре көтөлә, тип белдерә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Республиканың 100-ҙән ашыу предприятиеһы һаҡсыл етештереү инструменттарын индерә. Компаниялар Федераль һәм Төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар үҙәктәре идаралығында эшләй. Предприятиеларҙа һаҡсыл етештереү принциптары һәм инструменттарын индереү уртаса хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирҙе”, – ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: