+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 13:57

Хыялдар тормошҡа аша

"Теләктәр шыршыһы" тигән махсус акция Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашыра. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яҡлауы аҫтында, етем, ата-әсәһенән ҡарауһыҙ ҡалған, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм инвалид булған оло йәштәге кешеләргә ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолған.

Декабрь урталарында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала Яңы йыл акцияһына старт бирҙе. Мәрхәмәтлек сараһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөтә депутат корпусы, Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, ҡала округы һәм муниципаль район башлыҡтары һәм битараф булмаған барлыҡ республика халҡы ҡатнаша.
22 декабрҙә, хөкүмәт вице-премьерҙары, ведомство етәкселәре был акцияла ҡатнашып, балаларҙың теләге яҙылған уйынсыҡтарҙы шыршынан сисеп алды. Уларҙың һәр береһе Яңы йылға бағлап яҙылған икешәр һәм берәр теләкте тормошҡа ашырасаҡ.
Башҡортостан халҡынан акцияның сайтына 500-ләп мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Хыялдар тормошҡа аша, тигәндәй, йылы һүҙгә, иғтибарға мохтаж ололар ҙа, яңы йылдан үҙенә мөғжизә көткән балалар ҙа был көндәрҙә ҡыуаныслы минуттар кисерер тип уйлайбыҙ. Акция 28 декабрь тамамланасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: