+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 14:13

Билдәһеҙ енәйәтсе ҡулынан һәләк булғанмы?

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәмәғәт транспорты кондукторын бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр. 60 йәшлек ҡатын, таңғы биштә эшкә барырға тип, "ТРЦ Арбат" туҡталышында торған. Шунда уға бер ир кеше һөжүм итә һәм үлемесле яралай.

Ҡыҙғанысҡа, табиптар ҡатынды ҡотҡара алмай. Ул күп ҡан юғалтыуҙан фажиғә урынында йән бирә. Башҡортостан тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, енәйәтсе ҡулға алынған, тикшереү башланған. Ирҙең ауыр ҡылығының сәбәптәре хаҡында әле енәйәти баһа бирелмәгән.
Енәйәтсе ҡулынан һәләк булған ҡатындың коллегалары уның хаҡында тик яҡшы тьҫироаттары менән уртаҡлашҡан, бер ҡыҙы һәм ейәне булыуын хәбәр иткән.
Күптән түгел бисара ҡатын ейәненә яңы йыл бүләктәре алыу шатлығы менән дә уртаҡлашҡан булған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: