+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 21:50

Бер тәүлектә 82 яҡташыбыҙ һауыҡҡан, 160-ы сирләгән

Кисәле-бөгөнлө республикала коронавирус инфекцияһынан 82 яҡташыбыҙ һауыҡһа, шул уҡ ваҡытта был зәһәр сирҙе йоҡтороусылар икеләтә тиерлек күберәк булған, йәғни ул 160 кешелә асыҡланған.

Кисәле-бөгөнлө коронавирус инфекцияһынан 82 яҡташыбыҙ һауыҡһа, шул уҡ ваҡытта был зәһәр сирҙе йоҡтороусылар икеләтә тиерлек күберәк булған, йәғни ул 160 кешелә асыҡланған.
Пандемия башланған мәлдән 23 декабргә тиклем республикала COVID-19 барлығы 17 741 сырхауҙа раҫланған.
Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа 853 ауырыу ята. 55-е һаман ауыр хәлдә. 12-һе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алып, йәшәү өсөн көрәшә. Өйҙә дауаланыусылар – 2 832.
Республикабыҙҙа, үкенескә ҡаршы, коронавирус ҡорбандары йәнә ике кешегә артҡан, мәрхүмдәр һаны 128-гә еткән.
Үпкә ялҡынһыныуы тураһында һүҙ алып барғанда, тәүлек эсендә был сир 403 сырхауҙа асыҡланған, унан 387 кеше сәләмәтләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: