+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 17:36

“Ҡанатлы калейдоскоп”та ҡатнашығыҙ!

Яңы йыл каникулы мәлендә, 2 ғинуарҙа “Ҡанатлы калейдоскоп” бәйгеһе үтәсәк. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңы йыл каникулы мәлендә, 2 ғинуарҙа “Ҡанатлы калейдоскоп” бәйгеһе үтәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Конкурс БР мәғариф һәм фән, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары, Республика балалар экология-биология үҙәге ярҙамында ойошторола. Ул ике өлөштән торасаҡ.
10.00 – 15.00 сәғәттә республиканың бөтә райондарында ла тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Һәр муниципалитет иң яҡшы тағараҡтың фотоһын жюри ҡарамағына төбәк ойоштороу комитетына ебәрә.
14.00 – 16.00 сәғәттә теләгән һәр кем үҙенең орнитология буйынса белемен һынап ҡарай ала. “Оҫта-орнитолог” онлайн викторинаһында ҡатнашыу өсөн һылтанма 25 декабрҙә Республика балалар экология-биология үҙәгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми төркөмөндә баҫыласаҡ.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һәр номинацияла еңеүселәр, призерҙар билдәләнәсәк.
– Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән саралар беҙҙең мәҙәниәтте күтәрә. Беҙ тәбиғи мираҫты һаҡлау менән шөғөлләнәбеҙ, киләсәк быуындың тормошо шуға бәйләнгән, – ти БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йыйыу-аналитика бүлеге етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.
Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә үтә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: