Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге тәүге 12 пациентты ҡабул итте. Сменаны ете табип, 38 шәфҡәт туташы, ике санитарка башлап ебәрҙе.
Яңы дауаханала йоғошло сирҙәр, терапия, хирургия, акушер-гинекология йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Үҙәктәге диагностика бүлеге, лаборатория һәм бактериологик лаборатория, дарыухана, дезинфекция һәм стерилләштереү бүлектәре лә яҡын көндәрҙә эшләй башлаясаҡ.