+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 13:31

Яңы премьера - "Әмилә"

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә күптән көтөлгән премьера - "Әмилә" спектакле сыҡты. Уны белгестәр пластик спектакль тип атаны. Төрлө ижади жанрҙарҙы үҙ эсенә алған сәхнә әҫәре күберәк хореография алымдарына таянған.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә күптән көтөлгән премьера - "Әмилә" спектакле сыҡты. Уны белгестәр пластик спектакль тип атаны. Төрлө ижади жанрҙарҙы үҙ эсенә алған сәхнә әҫәре күберәк хореография алымдарына таянған.
Башҡорт ерҙәрендә күп йөрөгән рус яҙыусыһы Николай Крашенниковтың "Әмилә" әҫәре үткән быуат башында уҡ яҙылған. Белгестәр билдәләүенсә, әҫәрҙең төп йөкмәткеһе уйлап сығарылмаған. Ырымбурҙан Хәйбулла далаларына тиклем үк барып сыҡҡан яҙыусы уны башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеп яҙған. Ә Әмилә ысынында - башҡорт ҡыҙы. Тик етем бала дворяндар ғаиләһенә барып эләгә һәм унда юғары тәрбиә алып үҫә. Бер-нисә тел белә, музыка ҡоралдарында уйнай. Был турала театрҙың художество етәксеһе Айрат Абушахманов беҙҙең журналға әңгәмәһендә лә һөйләп үткәйне ( № 9).
-Әмилә(Амеля) шул мөхиттә тәрбиәләнһә лә уның күңелендә рух бар. Ул - башҡорт рухы. Ошо тойғоно ҡыҙ бер нисек тә аша атлап сыға алмай. Күңелендә халҡы рухын йөрөткән уҡымышлы ҡыҙ тәүге ҡатын-ҡыҙ мәғрифәтсе булыуы ла ихтимал ине.
Спектаклгә хореография алымдарын сит илдәрҙә йәшәп, унда ижади лаборатория үтеп ҡайтҡан үҙенсәлекле ижадсы Алина Мостаева ҡуйған. Бөгөн ул театрға хореограф -ҡуйыусы итеп эшкә алынған.
Төп ролдә Гөлнара Ҡаҙаҡбаева. Уның өсөн дә был тәүге пластик роль түгел. Актрисаның ижади багажында ошоға оҡшаш ролдәр булған. Сөнки заман актеры бөгөн универсаль булырға тейеш. Хатта театр менән киноны, циркты берләштереү күренештәре бар. Ошо талаптарға яуап биреү - актерлыҡ һәләте. Спектаклдә өс тел- башҡорт, рус, француз телдәре яңғырай. Әмиләнең бала сағын билдәле актриса Алһыу Бәхтиеваның ҡыҙы Фатима уйнай. Был да ҡыҙҙың тәүге спектакле түгел. Тамашасылар уны Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса ҡуйылған "Шәмсетдин һәм Шәмсура" спектаклендә ҡараны.
Әле сәхнә әҫәрен театрҙың бәләкәй залында күрһәттеләр. Уны киләсәктә ҙур залға күсереү мөмкинлеге бар, ти белгестәр. Спектакль яңы булһа ла, әҫәр уҡыусылар өсөн таныш булырға тейеш. Романды Таңсулпан Бураҡаева заманында башҡортсаға тәржемә итеп тап "Башҡортостан ҡыҙы" журналында өлөшләп баҫтырып барған.
Театрҙың әҙәбиәт бүлегенән белдереүҙәренсә, спектаклде тамамшасылар тағы ғинуар аҙағында күрә аласаҡ.
Фотолар театрҙың әҙәбиәт бүлегенән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: