+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 16:10

Бына һиңә Аленка

Воронежда легенда геройы Аленкаға ҡуйылған арт-объектты алып ташлау тураһында мәсьәлә ҡаралды. Ҡыҙҙың скульптураһы үҙенең ҡийәфәте менән ҡала халҡын ғына түгел, ә бөтә илде аптыратты. Социаль селтәрҙәрҙә Аленканың һәйкәле хаҡындағы бәхәстәр әле лә тынмай.

Яңы Аленовка ауылына нигеҙ биргән, легенда буйынса билдәле был героиняға арт-объект декабрь баштарында ҡалҡып сыҡты. Авторының уйынса скульптура йәштәрҙең осрашыу һәм теләктәр юрау урыны булырға тейеш ине. Әммә, кешеләр фекере буйынса, ҡыҙҙың һыны ҡурҡыныс әкиәттәрҙәге мәскәй образынан бер ҙә ҡайтыш түгел. Уны халыҡта "яман матур" йәки үтеп барған йылдың символы тип нарыҡлағандар. Ҡаланы мәсхәрәләгән арт-объектты алып ташлау теләге менән улар урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иткән.
Ошо аҙнала ҡала хакимиәте Аленка скульптураһын алып тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Фото "Версия" газетаһынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: