+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 16:01

“Агростартап” ярҙам иткән

“Агростартап” гранттар бәйгеһендә ҡатнашыу Әлшәй районында йәшәгән Нәфис Нәсхетдиновҡа үҫемселек өлкәһендә бизнес-проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Агростартап” гранттар бәйгеһендә ҡатнашыу Әлшәй районында йәшәгән Нәфис Нәсхетдиновҡа үҫемселек өлкәһендә бизнес-проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Нәфис Таһир улы өс-дүрт йыл үҙенең һәм туғандарының 15 гектар пай ерендә мал аҙығы культураларын сәсә. Фермер тағы 88 гектар ерҙе ҡуртымға ала һәм “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашып ҡарарға була. Һөҙөмтәлә проектын уңышлы яҡлап, 1 миллион 980 мең һум аҡса алыуға ирешә.
Грант аҡсаһына Нәфис Нәсхетдинов МТЗ-82 тракторы һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы, кәрәк-ярағы ала. Бынан тыш, фермер яңы эш урыны ла булдыра.
Әле фермер яҙғы сәсеүгә әҙерләнә. Проектын артабан да үҫтерергә уйлай. Сәсеү майҙанын арттырып, бойҙай, арпа һәм башҡа культуралар сәсергә йыйына.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты һәм “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары дөйөм алғанда 211,5 миллион һум “Агростартап” грантын алған, тип билдәләй БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: