+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 21:56

55-е ауыр хәлдә

Бөгөнгө көндә республикабыҙ стационарҙарында коронавирустан 852 сырхау дауалана. 55-енең хәле ауыр, ти табиптар.

Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус 162 ауырыуҙа асыҡланған. 22 декабргә ҡарата яһил вирусты йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 17 581 тәшкил итә. Шуларҙың 13 846-һы һауыҡҡан, 134-е аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Әле стационарҙарҙа 852 сырхау коронавирустан дауалана. 55-е ауыр хәлдә. Үҙ аллы тын ала алмаған 13-өн табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреүсе 2 757 ауырыу табип тәғәйенләгән дауаны өйөндә ала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле ауырыу тағы бер яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Республикала COVID-19-ҙан вафат булыусылар 126 булып китте.
Дауахананан тыш пневмония диагнозы кисәле-бөгөнлө 386 ауырыуға ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта пневмониянан ҡотолоп дауахананан ҡайтыусылар – 392.
Пандемия башланғандан бирле йәмғеһе 1 938 649 лаборатор тикшереү үткәрелгән. Тәүлек эсендә 9 518 анализ яһалған.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: