+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 18:22

Заманса кино залы асылды

Иглин район мәҙәниәт йортонда кино залы асыу тантанаһы уҙҙы. Тамаша залын яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Кино фонды бүлгән грант ярҙамында башҡарылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Иглин район мәҙәниәт йортонда кино залы асыу тантанаһы уҙҙы. Тамаша залын яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Кино фонды бүлгән грант ярҙамында башҡарылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңыртыу сиктәрендә 2D и 3D форматтарында кино ҡарау мөмкинлеге биргән заманса цифрлаштырылған ҡорамалдар алынған. Шулай уҡ кино залында ишетеү һәләте боҙолған кешеләр өсөн ҡорамалдар ҙа урынлаштырылған. Кино залын модернизациялауға барыһы 5 миллион һум аҡса бүленгән, тип билдәләй БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Иглин ауылы халҡы был ваҡиғаны 90-сы йылдар аҙағынан алып көттө. Оҙаҡ ваҡыт ҙур экрандарҙа кино ҡарау мөмкинлеге булманы. Яңы кино залына элекке исемен ҡайтарҙыҡ – “Космос” тип атаныҡ”, – ти район хакимиәте башлығы Николай Самойленко.
Кино залы асылған көндө режиссер Роман Пожидаевтың “Саптар” ҡыҫҡа метражлы фильмы премьераһы үтте. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән картина совет яугирҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтарына арналған. Тамашасылар уны күҙенә йәш алып ҡараны һәм киләсәктә башҡорт фильмдарын йышыраҡ күрһәтеүҙәрен һораны.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: