+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 11:05

Ҡырым һыуға туйынырмы?

Ҡырым эсәр һыуҙы Днепр йылғаһынан тартылған махсус канал аша ала ине. 2014 йылдағы ваҡиғаларҙан һуң Украина уны япты.

Ҡырым эсәр һыуҙы Днепр йылғаһынан тартылған махсус канал аша ала ине. 2014 йылдағы ваҡиғаларҙан һуң Украина уны япты.
Үткән матбуғат конференцияһы барышында Президент Владимир Путин, ярым утрауҙа һыу мәсьәләһе хәл ителәсәк, уның өсөн аҡса йәлләмәйәсәкбеҙ, тине.
Севастополь ҡалаһы губернаторы Михаил Развожаев хәбәр итеүенсә, быйыл ҡоролоҡҡа бәйле хәл үтә лә киҫкен икән. Әле Ҡабыков карьерында тупланған һыуҙы ҡалаға бирә башлағандар. Шулай уҡ яҙғы ташҡын һыуын йыйыу маҡсатында Бельбек йылғаһында махсус ҡоролма төҙөлә. Унда эштәр 1 мартта тамамланырға тейеш, тип белдерә етәксе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: