+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 15:08

Ут ваҡытында һүндерелгән

Республика ҡан ҡойоу станцияһындағы янғын һүндерелгән. Мәғлүм булыуынса, ут бөгөн учреждениеның айырым торған бинаһының дүртенсе ҡатында сыға. Персонал 150 кешене эвакуациялай.

Республика ҡан ҡойоу станцияһындағы янғын һүндерелгән. Мәғлүм булыуынса, ут бөгөн учреждениеның айырым торған бинаһының дүртенсе ҡатында сыға. Персонал 150 кешене эвакуациялай.
Янғын сығыуы хаҡында хәбәр алынғас та, Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлексә хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына ебәрелә. Утты һүндереүгә 15 берәмәк техника һәм 61 кеше йәлеп ителә. Янғын иртәнге сәғәттәрҙә үк һүндерелә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, утта зыян күреүселәр теркәлмәгән. Ваҡиға урынына Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Виталий Барзайкин барҙы. Хәҙер унда янғын лабораторияһы эксперттары һәм тәфтишселәр эшләй.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: