+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 15:55

Серле Ҡыш бабайҙан бүләк ал

Башҡортостан халҡының да "Серле Ҡыш бабай"ҙан яңы йыл бүләктәре алыу мөмкинлеге бар. Әле барыһы ла ошо исем аҫтындағы Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла ала. Уның маҡсаты - Яңы йыл байрамдарында бөтә ил халҡын берләштереү.

Яңы йыл менән ҡотлау һәм бүләктәр алыуҙан бер кем дә сикләнмәгән. Бының өсөн тайныйдедмороз.рф сайтында теркәлергә кәрәк.
Һәр "Серле Ҡыш бабай" осраҡлы рәүештә яңы йылда ҡотларға тейешле кеше тураһында мәғлүмәт ала. Бүләкләнеүсенең теләге буйынса уны онлайн һәм офлайн форматта ҡотларға буласаҡ.
Сайтта шулай уҡ бүләкте алыу төбәге, урынын да һайларға кәрәк. Ә серле Ҡыш бабай алып киләсәк бүләктәрҙе һайларға "Ҡыҙыҡһыныуҙар һәм шөғөлдәр" пункты ярҙамға килә.
Акцияның сайтында ҡатнашыусының фотоһы һәм бүләге килеп сыҡһын өсөн уны #ПодариНовогоднееЧудо #Вместе2021 #ТайныйДедМороз #ТайныйДедушкаМороз хэштегтары менән һалырға кәрәк. Марафон 10 ғинуарҙа тамамлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: