-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 22:55

Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге Яңы йыл байрамдарында ла эшләйәсәк

“Республикала Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эше Яңы йыл каникулында һәм унан һуң да дауам итәсәк”, – тип белдерҙе бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.

“Республикала Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эше Яңы йыл каникулында һәм унан һуң да дауам итәсәк”, – тип белдерҙе бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Теләгән һәр кем колл-үҙәккә иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратып, үҙенә кәрәк мәғлүмәтте алырға мөмкин. Көн һайын, шул иҫәптән ял көндәрендә, 15.00 сәғәттән 17.00-гә тиклем шылтыратыусылар COVID-госпиталдә дауаланыусы яҡындарының һәм туғандарының хәлен белешә ала.
“Биш аҙна эшләү осоронда беҙ 22 мең тирәһе шылтыратыу ҡабул иттек. Мөрәжәғәттәрҙең 35,5 проценты 60 йәштән өлкәндәрҙән булды. Үҙәккә шылтыратыуҙар көн һайын, бигерәк тә ял көндәрендә, кәмей бара. Был республикала коронавирусҡа бәйле хәлдең контролдә тотолоуы хаҡында һөйләй”, – тип әйтеп үтте Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге етәксеһе Римма Үтәшева.
14 декабрҙән 20 декабргә тиклем бында 2,8 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күпселеге, йәғни 45 проценттан артығы – амбулатор ярҙам тураһында, 7,7 проценты дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағыла һәм тағы ла шул тиклеме - стационар ярҙам хаҡында. Шылтыратыусыларҙың 13 проценттан күберәге коронавирусҡа тест һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһына.
Үткән шәмбелә, 19 декабрҙә, Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин һәм Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский булды. Улар, артабан Рәсәй төбәктәрендә таратыу өсөн, үҙәк тәжрибәһе федераль кимәлдә өйрәнеләсәген билдәләне.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: