Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 17 меңдән артып китте – 21 декабргә ҡарата улар 17 419 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә COVID-19 менән сирләүҙең 159 осрағы раҫланған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Йәмғеһе 13 712 кеше коронавирустан һауығыуға өлгәшкән, шуларҙың дүртәүһе – үткән тәүлектә. Табиптар COVID-19-ҙы асыҡлауға 1,9 миллиондан ашыу тест үткәргән. Дауаханаларҙа йоғошло ауырыуҙар менән сирләүселәр өсөн 6 405 койка билдәләнгән, әле уларҙың 25,5 проценты буш.
1 ноябрҙән 21 декабргә хәтлем коронавирустан өйҙә дауаланыусыларға бушлай 12 мең комплект дарыу бирелгән.
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Халыҡтың 57, 8 проценты прививка яһатҡан да инде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был күрһәткесте 60 процентҡа еткереү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
7 декабрҙән республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация башланды. Башҡортостан йәмғеһе 4 300 дозалыҡ өс партия вакцина алды. Йыл аҙағына тиклем 1 200 дозалыҡ тағы бер партия килтереләсәк. Прививка тәү сиратта табиптар, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр, күп функциялы үҙәктәрҙә эшләүселәр, волонтерҙар, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә яһаласаҡ.