-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 17:42

Экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнәләр

“Башҡортостан Республикаһында экспортҡа ярҙам үҙәге” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы “Хәләл” продукцияһын Төркиә баҙарына сығарыу үҙенсәлектәре” темаһына вебинар үткәрҙе. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Башҡортостан Республикаһында экспортҡа ярҙам үҙәге” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы “Хәләл” продукцияһын Төркиә баҙарына сығарыу үҙенсәлектәре” темаһына вебинар үткәрҙе.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Спикер булып Төркиәлә Башҡортостан Республикаһының Конгресс-бюро автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин сығыш яһаны.
Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде. Унда “хәләл” продукцияһы, шул иҫәптән косметика, кейем, аҙыҡ-түлек етештереүгә йүнәлтелгән 14 компания вәкиле ҡатнашты.
Марат Зәки улы Төркиә баҙарына сығыу үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Ҡатнашыусылар байтаҡ файҙалы мәғлүмәт алды. Вебинар һуңында унда ҡатнашҡан етештереүселәрҙең тауары каталогын төҙөп, Halal Dünya Market сауҙа селтәренә тәҡдим итергә һөйләштеләр, тип хәбәр итә БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в