2020 йылдың өсөнсө кварталында Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 29 907 һум тәшкил иткән, тип белдерҙеләр Башстатта.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, халыҡтың йән башына номиналь килеме — 96,4%, реаль килеме 92,7% булған.
Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың туғыҙ айында республикала һәр кемгә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 27 858 һум тура килгән. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдың ғинуар-сентябренә номиналь килем – 98,5%, реаль килем 95% тәшкил иткән.
Номиналь килем – кешенең хеҙмәт хаҡы, рента йәки табыш рәүешендә алған аҡсаһы.
Реаль килем номиналь килемгә һатып алырға мөмкин булған тауарҙар һәм хеҙмәттәр һаны менән билдәләнә.
"Башинформ" мәғлүмәттәр агентлығы.