-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 14:31

Йылдың һәр көнө аныҡ темаға бағышлана

Яңы йыл каникулдарында ғаилә менән ҡайҙа барырға? Был көндәрҙә республикала бик күп төрлө сараларға старт бирелә. Уның девизы: "Башҡортостан- спорт, туризм, мәҙәниәт һәм сәләмәтлек биләмәһе". Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, байтаҡ саралар урамда йәки онлайн ойоштороласаҡ.

Был йылда календарҙең һәр бите билдәле бер тематикаға арналасаҡ. 25 декабрь- ҡупшыҡай һәм матур бүләктәр көнө, 26 декабрҙә- Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу көндәре уҙасаҡ, 27- һе- батырҙар көнө, 28 декабрҙә- яңы йыл ҡотлауҙары, 29 декабрь- яңы йыл хаттары һәм открыткалары, 30 декабрҙә -карнавалдар, 31 декабрҙә яңы йылды ҡаршылау көндәре уҙасаҡ. Аныҡ тематиканы сағылдырған көндәр ғинуар айында, каникул, ялдар мәлендә лә дауам итәсәк.
Ул йылдың тәүге көнө, 1 ғинуар- сәләмәтлек көнө менән башланып, 14 ғинуар- белем көнө менән тамамланасаҡ.Уның араһында тирә- яҡ тәбиғәтте һаҡлау, ҡышҡы уйындар, ҡар һәм боҙ фестивале, ғаилә мөхите, Раштыуа байрамы, музыка, халыҡ бейеүҙәре, милли кухня, рәхмәт әйтеү көндәре кеүек үҙенсәлекле темалар байрамды тағы ла күркәмерәк, ойошҡан, хәрәкәттә һәм сәләмәт үткәреүгә мөмкинлек бирә.
фото "Ватандаш" журналына алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: