+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 14:04

Яңы йыл йәрминкәләре башланды

Республика ҡала һәм райондарында яңы йыл йәрминкәләре башланды. Унда үҙебеҙҙә етештерелгән фермерҙар продукцияһы һатыласаҡ. Байрам алдынан ошондай аҙыҡ- түлек йәрминкәләре уҙғарыу күптәнге традицияға әйләнгән.

Өфөнөң Дим районында йәрминкәләр 19,20,26,27 декабрҙә эшләйәсәк. Сауҙа Хәҡиҡәт урамынан Таллин, Ухтомский урамдарына тиклем, Калинин районында- Интернациональная һәм Машиностроительная урамдары киҫелешкән урында, Киров районында- Эшсе хәбәрселәр( Рабкоров) урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында, Ленин районында Әхмәтов урамында, "Волна" магазины скверы, Октябрь районы буйынса Зорге урамындағы Спорт һарайы алдында буласаҡ.
Йәрминкәләр шулай уҡ Орджоникидзе, Совет райондарында ла үтә.
19 һәм 26 декабрҙә байрам йәрминкәһе Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ла ойошторола. Салауат ҡалаһында "Хладокомбинат" биләмәләрендә, Күмертауҙа- К.Маркс урамында, Нефтекамала -Ленин урамында асылған. Улар иртәнге 10-н 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: