+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 00:00

Стәрлетамаҡта йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды

Бөгөн Стәрлетамаҡта яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды.

Бөгөн Стәрлетамаҡта яңы клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды. Уны 10 октябрҙә һала башлағайнылар.
Үҙәкте асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин, Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин килде.
Республика табиптарын был мөһим ваҡиға менән видеобәйләнеш буйынса Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡотланы.
– Ярты йыл элек беҙ Радий Фәрит улы Хәбиров менән Өфөлә тантаналы рәүештә йоғошло ауырыуҙар үҙәген асҡайныҡ, – тип иҫкә төшөрҙө министр. – Ул саҡта беҙ тиҙ сафҡа индерелеүсе госпиталдәрҙе арттырыу мөһимлеге хаҡында һөйләгәйнек. Сөнки пандемия шарттарында улар бик кәрәк. Һәм бөгөн ғорурланыу һәм шатланыу өсөн тағы ла бер сәбәп – Стәрлетамаҡта яңы ковид-госпиталь асыла. Үҙәкте проектлауға ҡағылышы булғандарҙы, уны төҙөгән һәм бында эшләйәсәк кешеләрҙе бөтә йөрәктән ҡотлайым, – тине ул.
– Дөйөм алғанда, йыл ауыр булды, бюджет ҙур көсөргәнеш кисерҙе. Әммә бығаса бер ҡасан да ошо тиклем медицина объекттарын сафҡа индергәнебеҙ юҡ ине. Быйыл беҙ онкология диспансерының хирургия корпусын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, кардиодиспансер төҙөүҙе әүҙем алып барабыҙ, балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәген, республика клиник дауаханаһы поликлиникаһын, райондарҙа ике поликлиника һала башланыҡ. 100 ФАП сафҡа индерҙек, хоспис төҙөйбөҙ. Был – һаулыҡ һаҡлау системаһына, иң элек табиптарға бирергә тейешле бурысыбыҙ. Улар бөгөн коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы сафында тора, күптәре үҙҙәре лә сирләне, байтағын юғалттыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Алға билдәләгән пландарыбыҙ ҙур. Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ҡарары буйынса республика 2025 йылға тиклем медицинаның беренсел звеноһын үҫтереүгә 16 миллиард һумға яҡын аҡса аласаҡ. Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын һиҙелерлек нығытасаҡ. Пандемиянан беҙ хәлһеҙләнеп түгел, күпкә көслөрәк һәм ышаныслыраҡ булып сығырға тейешбеҙ, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Ул табиптарға, шәфҡәт туташтарына, бөтә медицина хеҙмәкәрҙәренә фиҙакәр хеҙмәттәре, батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заманса үҙәкте сафҡа индергән, күрше төбәктәрҙә лә шундай уҡ госпиталдәр һалыуҙа ярҙам итеүсе төҙөүселәргә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин әйтеүенсә, яңы үҙәкте ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индереү койкалар һанын арттырыу мөмкинлеген бирә. Ә был бөгөн бик мөһим.
Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский республиканың ҡыҫҡа ваҡытта ошондай заманса дауахана төҙөүен мөғжизә тыуҙырыуға тиңләне.
“ПроектСтройКомплекс” йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса директоры Олег Бабенков яңы дауахананың символик асҡысын ковид-госпиталдең баш табибы Гүзәл Йосоповаға тапшырҙы.
Тантана аҙағында медицина хеҙмәткәрҙәренә, төҙөлөшкә тос өлөш индереүселәргә дәүләт бүләктәре тапшырылды.
Заманса дауаханала 400 кеше, шул иҫәптән 136 табип, 152 шәфҡәт туташы эшләйәсәк.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: