Тәүлек эсендә республикала коронавирус менән сирләүселәр 159-ға артҡан. 20 декабргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусылар йәмғеһе 17 260 иҫәпләнә. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аяуһыҙ сирҙең аҙаҡҡы тәүлектә тағы ике ауырыуҙың ғүмерен өҙөүе, унан вафат булыусылар 122-гә етеүе хаҡында хәбәр итә.
Республика стационарҙарында әле 825 сырхау коронавирусҡа ҡаршы көрәшә, шуларҙың 59-ы ауыр хәлдә. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 605.
Бер тәүлектә 25 кеше, мәкерле сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып коронавирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 13 708.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, ул кисәле-бөгөнлө 395 сырхауҙа асыҡланған, 368 кеше унан һауыҡҡан.