+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 00:43

Яңы йыл байрамдарында медицина ойошмалары нисек эшләй?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдарында медицина ойошмаларының нисек эшләйәсәге тураһында хәбәр итә.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Яңы йыл байрамдарында медицина ойошмаларының нисек эшләйәсәге тураһында хәбәр итә.
Амбулаториялар һәм поликлиникалар 2020 йылдың 31 декабрендә һәм 2021 йылдың 1 ғинуарынан 8 ғинуарына тиклем байрам көнө графигы буйынса – 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Табипты өйгә саҡырыу буйынса мөрәжәғәттәр (шул иҫәптән кисектергеһеҙ саҡырыуҙар) 16.00 сәғәткә ҡәҙәр ҡабул ителә.
9 ғинуарҙа шәмбе графигы буйынса – 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткәсә эшләйәсәктәр, табипты өйгә саҡырыуҙар (шул иҫәптән кисектергеһеҙ саҡырыуҙар) 16.00 сәғәткәсә ҡабул ителә.
10 ғинуарҙа саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү менән кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәте 16.00 сәғәткә тиклем эшләй.
Өфөлә өлкәндәр өсөн түбәндәге травмпункттар тәүлек әйләнәһенә ҡабул итә:
– 5-се дауахана травмпункты (Цюрупа урамы, 84);
– 10-сы дауаханалағыһы (Горький урамы, 47);
– 21-се дауаханала урынлашҡаны (Урман тыҡрығы, 3).
Балалар өсөн травмпункттар түбәндәге адрестар буйынса эшләй:
– Республика балалар клиник дауаханаһы (Кувыкин урамы, 98) – тәүлек әйләнәһенә;
– 17-се балалар дауаханаһы (Азатлыҡ урамы, 29) – тәүлек әйләнәһенә;
– 5-се балалар поликлиникаһы (Жуков урамы, 18) – 8.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем;
– 4-се балалар поликлиникаһы (Орджоникидзе урамы, 15) – 8.00 сәғәттән 22.00 сәғәткәсә.
Күҙ йәрәхәтләнгәндә тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеүсе түбәндәге офтальмология травмпункттарына мөрәжәғәт итергә була:
– 10-сы дауахана травмпунктына (Ҡулса урамы, 47);
– Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты травмпунктына (Аврора урамы, 14).
Теш киҫкен ауыртҡанда тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 2-се стоматология поликлиникаһына (Октябрь проспекты, 105/3), 7-се балалар стоматология поликлиникаһына (Блюхер урамы, 25/1) барырға мөмкин.
Стоматология кабинеттары йәки бүлектәре булған үҙәк район һәм ҡала дауаханаларында 1 ғинуарҙан 10 ғинуарға хәтлем тәүлек әйләнәһенә кисектергеһеҙ стоматология ярҙамы күрһәтеүсе табиптар дежур торасаҡ.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: