+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 14:02

Сибайҙарға – яңы ҡорамалдар

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында 6 538 860 һумлыҡ лапароскопик ҡоролма алынған. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дауаханаға 4 240 425 һумлыҡ хирургик офтальмология системаһы килтерелгән. Ул республика ҡаҙнаһы иҫәбенә алынған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында 6 538 860 һумлыҡ лапароскопик ҡоролма алынған. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дауаханаға 4 240 425 һумлыҡ хирургик офтальмология системаһы килтерелгән. Ул республика ҡаҙнаһы иҫәбенә алынған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Хәҙерге заман хирургияһында диагностикала һәм дауалауҙа лапароскопия ысулдары нигеҙ булып тора, тип билдәләй БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был тәү сиратта бындай операцияларҙың травмаларға бик аҙ килтереүе, пациенттарҙың иртәрәк нығыныуы, шулай уҡ эстетик яҡтан уңайлы булыуына бәйле. Аҙ инвазиялы хирургия технологияларын ҡулланыу эс ҡыуышлығы ауырыуҙарын дауалағанда ла өҙлөгөүҙәр һанын кәметә.
Әле дауаханала 25 эндоскопик операция башҡарылған. Киләсәктә эндохирургияны гинекологияла ла ҡулланырға йыйыналар.
Сибай ҡалаһы офтальмология үҙәге райондарға ла сыға. Быйыл 475 операция эшләнгән. Элек бындай дауалау өсөн Сибай халҡына күрше ҡалаларға, өлкәләргә сығырға тура килгән.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: