Кисә үткән үҙенең матбуғат конференцияһында Президент Владимир Путин, 2021 йылдың башында Рәсәйҙә коронавирустан миллион доза вакцина әҙер була, тип белдерҙе.
Шул да мәғлүм булды: дәүләт башлығы әле коронавирустан үҙе вакцина яһатмаған. «Хәҙерге ваҡытта препарат граждандарҙың айырым категорияларына таратыла, әле миңә сират етмәгән. Мөмкинлек булғас та, прививка эшләтәм», — тине ул.
Вакцина яһатмау өсөн сәбәп юҡ, сөнки беҙҙең вакцина хәүефһеҙ. Президенттың һүҙҙәренсә, бөтәһенә лә прививка эшләү – коронавирус менән көрәшеү өсөн кәрәкле сара, тап вакцина коллектив иммунитет булдырырға тейеш.
Башҡа дәүләттәргә ярҙам күрһәтеү Рәсәйҙә халыҡты вакцинациялауға ҡамасауламай, сөнки Рәсәй яғы әҙер вакцина менән тәьмин итергә түгел, ә вакцина компоненттарын башҡа илдәрҙәге майҙансыҡтарҙа етештерергә йыйына, тип асыҡлыҡ индерҙе Путин.