+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 12:20

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылып ҡалығыҙ!

2021 йылға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға бара. Кемдәр һаман был мөһим эште атҡарып ҡуймаған, ҡабаланырға саҡырабыҙ. Һәм шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 20 декабргә тиклем гәзит-журналдарға ташлама хаҡ менән яҙылып ҡалырға мөмкин әле.

15 декабргә ҡарата “Башҡортостан ҡыҙы” журналы 2707 дана тираж йыйҙы. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, бер меңгә яҡын уҡыусыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ҡалған ошо көндәрҙә баҫмаға дәррәү яҙылайыҡ, республикала сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналына терәк булайыҡ.
"Башҡортостан ҡыҙы"на яҙылып, иҫтәлекле бүләктәр ота алаһығыҙ. Бының өсөн редакцияға квитанция күсермәһен ебәрегеҙ. Һеҙҙе электр сәйнүге, ит турағыс, блендер, мультиварка һәм бүләктең иң күркәме – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы логотибы төшөрөлгән сәйнүк көтә!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Журналға ярты йылға ташлама менән яҙылыу хаҡы – 565 һум 14 тин.
Читайте нас: