Кисә үткән пресс-конференцияла Президент Владимир Путин һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға аҡсалата түләү тураһында белдерҙе.
“Быйыл сикләүҙәргә бәйле балаларҙың шыршы байрамдары күп урында булмай. Ә был үҙенсәлекле байрамдан улар ниҙер көтә, киләсәккә өмөттәр бағлай. Беҙ балаларға дәүләт бүләге тураһында килештек. Ете йәше тулған һәм унан кесерәк балалары булған ғаиләләргә бишәр мең һум аҡса түләйәсәкбеҙ. Был аҡсаны ғаиләләге һәр бала ала”, - тине Президент.
Дәүләт хеҙмәте сайтында билдәләнеүенсә, был түләү ғариза алмайынса ата-әсәләр иҫәбенә Яңы йылға тиклем күсерелә. Исемлеккә 2012 йылдың 18 декабренән һуң тыуған балалар инә, тип аныҡлау ҙа бирелә унда.