-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 17:00

Йыл башынан Башҡортостанда күпме сабый тыуғаны билдәле булды

2020 йылдың 10 айында Башҡортостанда 34 408 бала донъяға килгән, был 2019 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 2,9 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

2020 йылдың 10 айында Башҡортостанда 34 408 бала донъяға килгән, был 2019 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 2,9 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Республикала тыуым темпы дүрт тапҡырға кәмегән, тип белдерҙеләр ведомствола. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Марий Эл һәм Удмурт республикаларында ғына хәл яҡшыраҡ, унда тыуым 2,3 һәм 2,6 процентҡа кәмегән.
«Ыңғай күренештәрҙән шуны билдәләп үтергә мөмкин: Башҡортостан ғаиләләрендә өсөнсө һәм артабанғы булып тыуған сабыйҙар һаны арта. Әйтәйек, 2020 йылдың ғинуар-октябрендә 9 813 ошондай бала донъяға килгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, был 595 сабыйға йәки 6,5 процентҡа күберәк», — тип билдәләнеләр Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә һәм тыуымды арттырыу мәсьәләләрен өйрәнеү процесына буласаҡ әсәләрҙе йәлеп итергә йыйыныуҙарын өҫтәнеләр.
Атап әйткәндә, 2021 йылдың ғинуар-июнендә Башҡортостанда ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив мотивацияһын өйрәнеүгә йүнәлтелгән социологик тикшереү үткәрелә. Анкета һорауҙары ярҙамында бала табырға йыйынған 11,7 мең ҡатын-ҡыҙҙың фекере менән ҡыҙыҡһыныу күҙ уңында тотола. Алынған һөҙөмтәләр балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараларын әҙерләгәндә файҙаланыла.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас в