+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 20:21

Яңы йылды дауаханала ҡаршы алмаҫ өсөн, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ

Башҡортостан табиптары “Яңы йылды беҙҙең менән һәм COVID-19 менән ҡаршы алмағыҙ!” тигән флешмобты күтәреп алды.

Республикабыҙ табиптары “Яңы йылды беҙҙең менән һәм COVID-19 менән ҡаршы алмағыҙ!” тигән флешмобты күтәреп алды. ”Кубань табиптары башлап ебәргән флешмобты социаль селтәрҙәрҙә күптәр күрҙеләр. Беҙ ҙә ситтә тороп ҡалманыҡ һәм коллегаларыбыҙҙы хуплайбыҙ. Барса кешеләрҙе, Яңы йылды дауаханала ҡаршы алмаҫ өсөн, үҙҙәренең һәм яҡындарының һаулығын һаҡларға саҡырабыҙ, – тип яҙа Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы Шамил Булатов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Сөнки ғаиләләребеҙ, яҡындарыбыҙ менән бергә теләктәр теләп ҡаршы алған Яңы йыл, бала саҡтағы кеүек, иң яратҡан һәм тылсымлы байрамыбыҙ булып ҡала. Уны нисек ҡаршы алырға теләйһегеҙ – үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Битлек кейәһегеҙме, юҡмы, социаль дистанцияны һаҡлайһығыҙмы-һаҡламайһығыҙмы, яңы вакцинаны яһатаһығыҙмы-яһатмайһығыҙмы, корпоративта байрам итәһегеҙме – һеҙҙән тора. #ЯңыйылдыБеҙҙеңменәнһәмCOVID-19менәнҠаршыалмағыҙ тигән хештэг әле бик урынлы һәм көнүҙәк”.
Дауахана етәксеһе ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн көнө-төнө эшләүсе медиктар хаҡында ла иҫкә төшөрөүҙе һорай: “Уларҙың да ғаиләләре, балалары һәм яҡындары бар, тик бына байрамдарҙы ғына һәр ваҡытта ла билдәләй алмайҙар. Эйе, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлде тотороҡло тотһаҡ та, уларға эш етерлек. Ләкин һеҙҙең дөрөҫ ҡарарҙарығыҙ сирҙең кәмеүенә йоғонто яһай аласаҡ.
Коллегаларыма уларҙың эше, түҙемлеге һәм профессионализмы өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Барыһы ла арыны, быны аңлайбыҙ һәм беҙ бөтәбеҙ ҙә был вирусты еңәсәгебеҙҙе беләбеҙ”, – тип билдәләй Шамил Булатов.
Фото Ҡыуатов исемендәге дауахананың Контакттағы сәхифәһенән алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: