-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 19:03

Ғүмер оҙонлоғон арттырыу өсөн

Республиканың һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары медицина һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республиканың һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары медицина һәм социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Республикала “Демография” милли проекты сиктәрендә “Оло быуын”федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның төп маҡсаты булып кешеләрҙең әүҙем, һау, оҙон ғүмерле булыуын тәьмин итеү тора.
2019 йылдан республикала оло йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға комплекслы (медицина һәм социаль) ярҙам системаһын булдырыу буйынса саралар бойомға ашырыла. Был йүнәлештә ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эшләүе өсөн хеҙмәттәшлек хаҡында документ төҙөлгән дә инде. Уның нигеҙендә граждандарҙың сифатлы медицина ярҙамы һәм социаль хеҙмәтләндереү алыуға хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙа социаль хеҙмәтләндереү һәм медицина ойошмалары берҙәм эшмәкәрлек алып барасаҡ, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: