+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 17:29

Матбуғат конференцияһының ҙур өлөшө онлайн форматта бара

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йылдағы матбуғат конференцияһы дауам итә. Быйыл ул Ново-Огарево резиденцияһынан тура бәйләнештә бара. Конференцияға барлығы 774 журналист аккредитация үткән, былтырғы йыл менән сағыштырғанда ул ике ярым тапҡырға аҙыраҡ.

Был Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең талаптары. Күп төбәктәр менән аралашыу онлайн форматта ойошторолған.
Ябай кешеләр уға текст формаһында ла һәм "Мәскәү - Путинға" тигән ҡушымта аша һорау бирә алған.
Былтыр Владимир Путиндың тура эфиры 4 сәғәт тә 18 минут дауам иткән. Ул ошо арауыҡ эсендә киң мәғлүмәт сараларының 57 вәкиленең һорауына яуап биргән.
Әле һорауҙарҙың күбеһе пандемияға бәйле илдәге хужалыҡ итеүҙең бөтә тармаҡтарына ла ҡағыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: