+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 19:14

Кешеләр тәғәйен аҡсаһын алырға тейеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән матбуғат конференцияһы төбәк хәбәрселәре өсөн онлайн форматта барҙы, ә ябай кешеләрҙән килгән һорауҙар колл- үҙәктә эшкәртелеп тура Президентҡа тәғәйенләнде. Улар араһында Башҡортостандан да бер һорау эфирҙа яңғыраны.

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән матбуғат конференцияһы төбәк хәбәрселәре өсөн онлайн форматта барҙы, ә ябай кешеләрҙәң килгән һорауҙар колл- үҙәктә эшкәртелеп тура Президентҡа тәғәйенләнде. Улар араһында Башҡортостандан да бер һорау эфирҙа яңғыраны.
Һорауҙар араһында дәүләттең пандемияға бәйле балалы ғаиләләргә күрһәткән финанс ярҙамына ҡағылған өлөшө лә булды. Баҡ тиһәң, күп кенә төбәктәрҙә балаларға тәғәйенләнгән аҡсаларҙы алып өлгөрмәгән кешеләр ҙә бар. Владимир Путин был проблемаға айырыуса төплө иғтибар йүнәлтте. Ул аҡса ала алмаған кешеләр тураһында аныҡ мәғлүмәттәр биреүҙе йөкмәтте.
Шундай һорауҙарҙың береһе Башҡортостандан да яңғыраны. Күмертау ҡалаһынан 9 айлыҡ сабыйҙың әсәһе Альгиза Туҡтарова, өс йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен аҡсаһын ваҡытында алмаған, бөгөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәүен билдәләне. Владимир Путин йәш әсәнең проблемаһын хәл итеүҙе вәғәҙәләне.
Үҙ сиратында Республика Башлығы Радий Хәбиров республикалағы социаль түләүҙәрҙе, шул иҫәптән пандемия арҡаһында кешеләргә бирелгән социаль ярҙам сараларының үтәлешен тикшерергә ҡушты.
-Социаль түләүҙәрҙең бөтә системаһын тикшереү мөһим. Кешеләр үҙҙәрен тәғәйен аҡсаларын мотлаҡ алырға тейеш,-тине Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: