+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 12:50

Халыҡ иҫәбен алыуға арналған уникаль күргәҙмә

Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары халыҡ иҫәбен алыу тарихы буйынса күсмә күргәҙмә менән таныша ала. 4 декабрҙән ул Ҡунаҡһаарай сауҙа комплексында эшләй башланы. Уны Башҡортостандың архив эштәре буйынса идаралығы милли архив менән берлектә ойошторған.

Уникаль проект күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки уҙған йылдар халыҡ иҫәбен алыу документтары - ул тарих ҡына түгел, ә ата-бабаларыбыҙҙың тормошо һәм йәшәү рәүеше л. Ошо документтар нигеҙендә һәр кем тыуған яғының тарихын өйрәнеп шәжәрәһен төҙөй ала.
Йыл аҙағында күсмә күргәҙмә "Мега" күңел асыу һәм сауҙа комплексында, ғинуар урталарында "Планета" комплексында урын аласаҡ. Һуңынан ул Өфөнөң бөтә уҡыу йорттары буйлап сәйәхәткә сығасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: