+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 12:32

Өфөгә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнеләр

Өфө ҡала советы ултырышында Өфөнөң башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Сергей Грековты тәғәйенләнде. Быға тиклем ул хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән. Ултырышта Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашты.

- Өлфәт Мансур улы Мостафиндың китеүенә аруҡ ваҡыт үтте. Беҙгә, бергә яуаплы ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ҡала алдында мөһим бурыстар тора. Был иһә ағымдағы коммуналь һорауҙар, Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын билдәләү кеүек юбилей саралары. Ҡалаға етәксе кәрәк,- тине Александр Сидякин.
Сергей Греков Ишембайҙа тыуһа ла, бөтә ғүмере Өфөлә үткән. Ул ғаиләһендә ете бала тәрбиәләй. Ҡала советы депутаттары уның кандидатураһын бер тауыштан ҡабул итте.
-Беҙҙең бурыс Өфөнө тағы ла матурыраҡ итеү. Ошоға тиклем дә йөҙләгән ихата, йәмәғәт урындары тәртипкә килтерелде. Был тәжрибә беҙгә юбилей сараларына әҙерләнгәндә ҙур ярҙам буласаҡ,- тине Сергей Греков депутаттар алдында сығыш яһап.
Сргей Греков депутаттар тарафынан билдәләнгән ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурста ла ҡатнашасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: