Дүртөйлө районы “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектында әүҙем ҡатнаша. Бында мәҙәниәт ойошмалары өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса саралар башҡарыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2020 йылда квалификация күтәреү курстарында беҙҙең һигеҙ белгес илдең билдәле вуздарында белем алды, тип белдерә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Улар Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында, Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында, Кемерово дәүләт мәҙәниәт институтында дистанцион уҡыған.
– Өҙлөкһөҙ белем алыу һәм ижади һәм мәҙәниәт өлкәһендә идара итеү кадрҙарының квалификацияһын күтәреү үҙәге нигеҙендә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында “Тынлы сәнғәт оҫталары. Саксофон һәм кларнетта уйнау мәктәбе” темаһына курстар үттем. Бик күп кәрәкле мәғлүмәт алдым, педагогик эшмәкәрлегемдә ҡулланырлыҡ методик материал тупланым. Уҡытыусыларға юғары кимәлдәге дәрестәре өсөн бик рәхмәтлемен, – ти Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы О.В. Белова.