+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 15:11

Ҡарабойҙайға хаҡ төшә

Кисә РФ ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев ҡарабойҙайҙың хаҡы буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Кисә РФ ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев ҡарабойҙайҙың хаҡы буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Сарала был культураны үҫтергән төбәктәрҙең ауыл хужалығы ведомстволары етәкселәре, шулай уҡ ҡарабойҙай етештергән һәм эшкәрткән ҙур предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандағы хәл менән ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов таныштырҙы.
Уның әйтеүенсә, республика ҡарабойҙай етештереү буйынса лидерҙар иҫәбендә. 2020 йылда был культураны сәсеүҙең дөйөм майҙаны – 54 мең гектар, уның тулайым йыйымы 64,5 мең тонна тәшкил иткән, бер гектарҙан 11,9 центнер уңыш алынған. Был һөҙөмтәләр буйынса Алтай крайынан һәм Орлов өлкәһенән генә ҡалышабыҙ. Тауарҙың һатыу хаҡы (отпускная цена) тоннаһына 30 – 35 мең һум тәшкил итә.
БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың ҡарабойҙай үҫтереүсе эре предприятиелары уның һатыу хаҡын ошо арала 10 процентҡа төшөрөргә ҡарар итте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: