+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 15:25

Журналистар өсөн яңы конкурс

15 декабрҙән журналистар өсөн яңы конкурсҡа старт бирелде. Башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт халҡының бөгөнгөһөн киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырған проекттарға грант ярҙамы иғлан итте.

Конкурстың маҡсаты киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге контентты арттырыу һәм милли үҙаңды күтәреү.
Бәйгенең ҡатнашыусылары булып 18 йәше тулған Рәсәй граждандары - мәғлүмәт саралары журналистары, онлайн-проекттар авторҙары, блогерҙар сығыш яһай ала. Грантты биш еңеүсе аласаҡ. Уның күләме 11 мең 500 һумлыҡ айлыҡ түләүҙәр.
- Башҡорт теле йылына арналған йомғаҡлау сараһында беҙ башҡорт телен пропагандалау буйынса әүҙем эшләгән журналистарҙы билдәләнек. Шунда ошо йүнәлештә эшләгән хәбәрселәрҙе һәм блогерҙарҙы артабан да дәртләндереү идеяһы тыуҙы,- тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Заявкалар ҡабул итеү 2020 йылдың 15 декабренән 2021 йылдың 21 майына тиклем барасаҡ. Конкурстың положениеһы ла бар. Положении конкурса.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: