Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡторған кешеләрҙең дөйөм һаны 16 472-гә етте. Бер тәүлектә вирус тағы 155 ауырыуҙа табылған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 766 сырхау ята. 52 сирленең хәле ауыр, унауһы – яһалма һулыш аппаратында.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 452.
Кисәле-бөгөнлө 94 кеше дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан бирле 13 146 яҡташыбыҙ сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.
Яһил вирус ҡорбандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүгә артып, 108 булып киткән.
Һуңғы тәүлектә дауахананан тыш пневмония 416 ауырыуҙа асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта был сирҙән һауығыусылар – 399.