+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 18:15

Һуңғы тәүлектә 226 кеше һауыҡҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала аҙаҡҡы тәүлектә бығаса булғандан байтаҡҡа күберәк – 226 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала аҙаҡҡы тәүлектә бығаса булғандан байтаҡҡа күберәк – 226 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан. Зәһәр инфекциянан сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны 13 372 тәшкил итә.
Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 795 ауырыу ята, шуларҙың 56-һының хәле ауыр, 12-һе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә табиптар. Участка табибы билдәләгән дауаны өйҙәрендә алыусылар – 2 351.
Тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусылар кисәгенән икәүгә күберәк – 157. Мәкерле вирусты эләктереүселәр республикабыҙҙа барлығы 16 629 иҫәпләнә.
Бер тәүлектә тағы ла өс яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ, ковидтан вафат булыусылар хәҙер 111 булып китте.
Кисәле-бөгөнлө 396 ауырыуға дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған, 403 кеше, был сирҙән һауығып, дауахананан өйөнә ҡайтҡан.
.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: