+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 14:36

Үҙәк майҙан – яратҡан ял урыны

Кушнарен ауылында үҙәк майҙанды төҙөкләндереү тамамланған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Кушнарен ауылында үҙәк майҙанды төҙөкләндереү тамамланған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Үҙәк майҙанда демонтаж һәм электр монтажы эштәре башҡарылған, юл ситтәренә таштар ҡуйылған, юлға таш түшәлгән, биләмә йәшелләндерелгән, эскәмйәләр, сүп һауыттары урынлаштырылған. Өс ҙур йәшел зона булдырылған, оҙон япма аҫтында эскәмйәләр ҡуйылған, амфитеатр һәм сәхнә төҙөлгән.
Кушнарен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөкләндерелгән майҙан кушнарендарҙың яратҡан урынына әүерелгән. Бында ғаиләләр менән ял итергә киләләр, шулай уҡ төрлө саралар ҙа үткәреләсәк.
Йәмәғәт урыны “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән.
Фото – Кушнарен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: