Өфөлә “#БеҙБергә дөйөм Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһын ойоштороуға тос өлөш индергән өсөн” иҫтәлекле миҙалдары һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы булып уҙҙы.
Бүләктәргә “#БеҙБергә акцияһы штабы ирекмәндәре, ковид-госпиталдәргә һәм мохтаждарға ярҙам иткән эшҡыуарҙар, коронавирус инфекцияһы таралған осорҙа ирекмәндәрҙең эшен яҡтыртҡан журналистар лайыҡ булды.
#БеҙБергә дөйөм Рәсәй акцияһы үҙизоляция индерелгән ваҡытта эшләй башлағайны. Уны "Волонтер-медиктар" Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы, Росконгресс фонды һәм "Ростелеком" ойошторҙо. Башҡортостанда ошо акция сиктәрендә 50 меңгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтелгән.