+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 13:09

11 кешенең ғүмерен өҙгән янғын эҙемтәләре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Ишбулды ауылында фажиғә эҙемтәләрен тикшереү буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Ишбулды ауылында фажиғә эҙемтәләрен тикшереү буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе.
Мәғлүм булыуынса, дүшәмбегә ҡарай төндә Ишбулды ауылындағы халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса шәхси социаль үҙәктә (ололар йорто) янғын сығып, 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Ут һүндереүселәр килеп еткәнсе ваҡиға урынынан биш кеше генә ҡотҡарыла.
Районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
Республика етәкселәре фажиғә урынында булды, оператив хеҙмәттәр һәм урындағы етәкселәр менән янғынға килтергән сәбәптәр һәм уның эҙемтәләре хаҡында һөйләште. Әбйәлил районы башлығы Илдар Нафиҡов билдәләүенсә, пансионаттың өс кешеһе әле дауаханала, икәүһе ваҡытлыса йәшәү урынына урынлаштарылыған.
Ә шәхси үҙәк хужабикәһе Рәсимә Мәхийәнова шунда уҡ ҡулға алынған. Был пансионат 2019 йылдың март айында теркәлгән булған. Унда иғлан буйынса кешеләр йыйылған. Пансионат тәүлек әйләнәһенә эшләүгә яраҡлашмаған, ти белгестәр.
Янғын урынында республика прокуроры Владимир Ведерников та булған. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй торған бөтә махсуслаштырылған социаль учреждениеларҙа тикшереү үткәреүҙе йөкмәткән.
Янғын шаһиттары әйтеүенсә, ут төнгө өстәрҙә башланған. Пансионат хеҙмәткәре ололарҙы сығара башлаған булған. Әммә ишекте асыу менән ут бөтә учреждениены ялмаған. Ул бер-нисә минут эсендә бинаны юҡҡа сығарған.
Башҡортостан Башлығы һәләк булғандарҙың туғандарына һәм иҫән ҡалғандарға ярҙам итеү сараһын күреүҙе йөкмәтте. Ул республикала булған 21 шәхси пансионатта тикшереү үткәреү өсөн ведомство-ара комиссия төҙөргә ҡушты. Сөнки был пансионат хаҡында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында мәғлүмәт булмаған.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев фажиғәнән һуң закондарға үҙгәрештәр индереү һәм шәхси пансионаттарҙы лицензиялау кәрәклеген билдәләне.
Һәләк булыусыларҙың иң йәшенә 57-е булған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в