-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 17:52

Журналистарҙың XII съезы булды

Бөгөн Башҡортостан Журналистар союзының съезы булып үтте. Ул, әлеге эпидемиологик хәлгә ярашлы, онлайн-форматта уҙҙы.

Бөгөн Башҡортостан Журналистар союзының XII съезы булып үтте. Ул, әлеге эпидемиологик хәлгә ярашлы, онлайн-форматта уҙҙы. Ойошманың яңы рәйесе итеп “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һайланды. Сарала шулай уҡ Союздың яңы идараһы ағзаларын да һайланылар.
Ойошмаға ун йыл дауамында идара иткән Артур Дәүләтбәков үҙенең отчет докладында 2016-2020 йылдарҙа Союз тарафынан ғәмәлгә ашырылған төп эш-ваҡиғалар хаҡында һөйләп үтте. Башҡортостандың 100 йыллығына һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Алтын ҡурай” халыҡ-ара конкурсы, РФ Журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев ҡатнашлығында “Инфорум”, “Журфест” журналистар фестивале, “Матбуғат балы”, Президент гранттарына материалдар әҙерләү, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика конкурсын ойоштороу һәм уҙғарыуҙа ҡатнашыу - ул ошо һәм башҡа әһәмиәтле сараларҙы атап китте. Артур Хәсән улы Союздың мохтаж ағзаларына матди ярҙам күрһәтелеүен дә билдәләне.
Съезда Рәсәй Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий ҡатнашты. Алексей Константинович, йыйылыусыларҙы сәләмләп, ойошманың төп бурысы – журналистарҙы яҡлау булыуын әйтеп уҙҙы. Ул, Артур Дәүләтбәковҡа оҙаҡ йылдар уңышлы эшмәкәрлеге өсөн оло рәхмәт белдереп, “Ҡаҙаныштар өсөн” Рәсәй почет билдәһен тапшырҙы. Ижади оҫталығы менән айырылған бер нисә ҡәләм оҫтаһы Рәсәй Журналистар Союзының почет грамоталарына лайыҡ булды.
Съезда фекер алышыусылар матбуғатта эшләүселәр алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Мәҫәлән, “Краснокамские зори” гәзитенең баш мөхәррире Ирина Вәлиева журналистарҙың түбән эш хаҡы тураһында, Ишембай телевидениеһы директоры Сибәғәт Рахманғолов уларҙың үҙ профсоюзын булдырыу кәрәклеге хаҡында бәйән итте.
Ойошманың яңы һайланған рәйесе Вәдүт Исхаҡов, съезд аҙағында сығыш яһап, алда торған әһәмиәтле бурыстарға туҡталды. Ул матбуғатҡа яҙылыу, журналистарҙың эш хаҡын күтәреү, оҙаҡ йылдар эшләгән өсөн өҫтәмә түләүҙәр кеүек мөһим мәсьәләләрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Башҡортостан Журналистар союзының Рәсәйҙә иң ҙур төбәк бүлексәләренең береһе, шулай уҡ республикала иң ҙур ижади берлек булыуын билдәләп китәбеҙ. Ул 1 600 журналисты берләштерә. Союзға ете район-ара ижади берекмә ҡарай.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в