Өфө ҡалаһында йәшәүсе 1961 йылғы ханым, коронавирустан тыш, атеросклероздан, артыҡ ауырлыҡтан яфаланған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Яңауыл районынан 1958 йылғы ҡатын йөрәк ишемияһы, шәкәр диабеты, хроник панкреатит менән дә сирләгән икән. Өсөнсө мәрхүмә – Краснокама районында йәшәүсе ни бары 41 йәшлек ҡатын. Ул, ковидтан башҡа, хроник С гепатиты, аорта атеросклерозы менән дә ауырыған.