+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 14:18

Һәләтле студенттарға - Аҡмулла стипендияһы

Респубика Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнөндә һәләтле студенттарға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия тапшырҙы. Улар - юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарында белем алған йәштәр.

Респубика Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнөндә һәләтле студенттарға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия тапшырҙы. Улар - юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарында белем алған йәштәр.
Радий Фәрит улы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына эш сәфәре барышында ошо миссияны башҡарҙы.
- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереүгә күп көс һалған һәләтле йәштәргә тапшырыла. Күренекле мәғрифәтсе исемен йөрөткән уҡыу йортоноң яңырыуын күреүе бик шатлыҡлы хәл. Беҙ артабан да уҡыу йортоноң үҫешенә ярҙам итәсәкбеҙ,- тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште ул.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия йыл һайын Башҡортостан хөкүмәте тарафынан раҫлана. Ул юғары уҡыу йортоноң - 5, колледждарҙың 10 студентына тапшырыла. 2006 йылда стипендия булдырылғандан алып уға 225 студент лайыҡ булған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: