-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 16:23

Иң шәп һөнәрмәндәр

“Башҡортостан Республикаһында һөнәрмәндәр аҙнаһы” бер нисә көн “ҡайнап торҙо”. Оҫталар ҡул эштәре: кейем, аяҡ кейеме, көмөш биҙәүестәр, интерьер әйберҙәре, ағасҡа һүрәт төшөрөлгәнен, керамика, күн әйберҙәр күрһәтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Башҡортостан Республикаһында һөнәрмәндәр аҙнаһы” бер нисә көн “ҡайнап торҙо”. Оҫталар ҡул эштәре: кейем, аяҡ кейеме, көмөш биҙәүестәр, интерьер әйберҙәре, ағасҡа һүрәт төшөрөлгәнен, керамика, күн әйберҙәр күрһәтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Эшлекле программа сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар ойоштороолдо. Спикерҙар һәм коучтар хобби, мауығыуҙарҙы килем килтергән эшмәкәрлеккә әйләндереү хаҡында һөйләне.
Форум аҙағында “Йыл һөнәрмәне – 2020” асыҡ республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Улар араһында Динара Ғарифуллина, Наил Собханҡолов, Надежда Самойлова, Илдар Ғатауллин, Ксения Алексеева, Әнүәр Игебаев, Олеся Чебан, Антон Чебан, Ольга Гордеева, Станислава Лаврентьева, Рәмилә Мәмбәтова, Альберт Ырыҫҡолов, Алена Халтуриналар төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡты.
“Сарала Башҡортостан район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙан, Һамар, Силәбе, Волгоград, Пермь, Липецк, Тольятти ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты. Икенсе төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарыбыҙ сараны ойоштороу кимәленең һәм һөнәрмәндәрҙең оҫталығының юғары кимәлдә булыуын билдәләне”, – ти БР эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының директор урынбаҫары Рөстәм Байбурин.
Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм БР бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ тарафынан ойошторолдо.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в