Әбйәлил районында, аварияға элгәп, үҫмерҙәр ғүмере ҡыйылғайны. Әле тағы оло фажиғә тураһында хәбәр килде.
Ғәҙәттән тыш зәлдәр Идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Ишбулды ауылында янғында 11 кеше һәләк булған. Районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
Шәфҡәтлелек йорто булараҡ теркәлгән бинала янғын сыға. Унда 16 кеше – ололар һәм инвалидтар – көн күргән була. Тик биш кешене генә уттан ҡотҡарып алып ҡалалар.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана, ҡорбандарҙың һәм зыян күреүселәрҙең туғандарына һәм яҡындарына психологик ярҙам ойошторолған.
Оператив штабтың эшен ойоштороу маҡсатында фажиғә урынына Республика Башлығы Радий Хәбиров юлланды, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.