+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 12:47

Башҡорт теле - бөйөк тел

Республикала йыл һайын 14 декабрҙә, күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, дәүләт кимәлендә башҡорт теле көнө үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ 2020 йыл республикала туған телебеҙҙең йылы итеп иғлан ителгәйне.

Республикала йыл һайын 14 декабрҙә, күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, дәүләт кимәлендә башҡорт теле көнө үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ 2020 йыл республикала туған телебеҙҙең йылы итеп иғлан ителгәйне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 14 декабрҙә "Башҡортостан" концерт залында Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһаны, йыл дауамында әсә теленең бәҫен күтәреүгә, уны пропагандалауҙа аныҡ эштәр күрһәтеп, әүҙем эшләгән төрлө һөнәр кешеләренә, район-ҡала ҡоролтайҙарына, хакимиәттәргә, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә, матбуғат хеҙмәткәрҙәренә бүләктәрен тапшырҙы, конкурстарға йомғаҡ яһаны. Сарала хөкүмәт етәкселәре лә ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы етәксеһе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, туған телебеҙҙе үҫтереү өсөн йыл дауамында аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләнек.
- Был башҡорт теле йылы сиктәрендә махсус хэштег менән ойошторолған сараларҙы һынап бөтөрлөк түгел. Һәр бер өлкә ошо йылға үҙенең өлөшөн индерҙе. Башҡортса спектаклдәр, эшлекле, тарихи китаптар, конкурстар, төрлө форматтағы осрашыуҙар, ситтә йәкшәмбе мәктәптәре асыу, башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыуға ярҙам, башҡортса заманса клиптар, башҡорт телендәге уйынсыҡтар сығарыу, уның мобиль ҡушымтаһын булдырыу һәм башҡа эштәр башҡарылды.
Эльвира Ринат ҡыҙы башҡорт теле йылында иң әүҙем эшләгән ҡала ҡоролтайҙарын билдәләп үтте һәм уларға почетлы урындар бирҙе. Шулай итеп, өсөнсө урынға - Өфө, икенсегә - Күмертау һәм беренсе урынға Стәрлетамаҡ ҡалаһы вәкилдәре сыҡты. Райондар буйынса өсөнсө урын - Борайға, икенсе урын - Миәкә һәм беренсе урын йәнә Стәрлетамаҡ районына бирелде. Улар әле генә донъя күргән башҡорт ырыуҙары гербы төшөрөлгән вымпелдар менән бүләкләнде.
Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәр араһында беренсе урын Пермь крайының урындағы башҡорттары ҡоролтайына тапшырылды. Икенсе урында - Мәскәү, өсөнсө урында Санкт-Петербург вәкилдәре билдәләнде.
Башҡорт теле йылын йомғаҡлау сараһында иң күп милли матбуғатҡа яҙылыусы төбәктәрҙе лә атап үттеләр. Улар - Өфө, Ҡалтасы, Ғафури райондары.
Шулай уҡ халыҡ-ара "Тамға" конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда авторлыҡ номинацияһы, милли ювелир эшләү оҫталары, милли кейем-реконструкция, башҡорт милли кейеме аксессуарҙары, милли кейем буйынса белгестәр, оҫталар бүләкләнде. Гран-при һәм 300 мең һумлыҡ сертификат "Мәргән уҡсы" автономлы коммерция булмаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллинға тапшырылды.
Башҡорт теле йылын яҡтыртыу буйынса әүҙем эшләгән матбуғат саралары араһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы, "Бәхетнәма" тапшырыуы, Юлдаш каналының "Яңылыҡтар" хеҙмәте, "Ватандаш" журналы, Силәбе өлкәһе башҡорттарының "Уралым" интернет матбуғаты һәм "Башҡортостан ҡыҙы" журналы билдәләнде.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: