+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 16:04

Юл айырсаһына реконструкция

Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Әхмәтзәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһына реконструкция эшләй башлайҙар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Әхмәтзәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһына реконструкция эшләй башлайҙар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2019 йылдан алып Башҡортостандың баш ҡалаһында Воровский урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө буйынса эштәр бара. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә һалына. Әле төҙөүселәр эштәрҙе график буйынса алып бара. Бөгөн объекттың әҙерлеге 60 процент тәшкил итә. Эштәр 2021 йылдың дүртенсе кварталында тамамланасаҡ, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Хәрәкәтте яҡшыртыу өсөн Салауат Юлаев проспекты менән Әхмәтзәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһына реконструкция талап ителә. Ошо арала юл төҙөүселәр йүнәтеү эшенә тотонмаҡсы. Эштәр 2022 йылда тамамланасаҡ.
Реконструкция эштәренә бәйле, 14 декабрҙән Салауат Юлаев проспектында “Өфө-Аэропорт” йүнәлешендә тәүге һыҙатта, шулай уҡ ҡалаға ингән яҡта юл айырсаһы менән Әхмәтзәки Вәлиди урамы киҫелешендә автотранспорт хәрәкәте 2022 йылдың 31 авгусына тиклем туҡтатыла.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: