+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 19:23

Милли проектҡа 100 ойошма инде

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020” сиктәрендә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына 100 предприятие инеүе тураһында килешеү төҙөлдө. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020” сиктәрендә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына 100 предприятие инеүе тураһында килешеү төҙөлдө.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
– Быйыл беҙ алдыбыҙға йыл аҙағына тиклем милли проектҡа кәмендә 100 предприятиены йәлеп итеү бурысын ҡуйғайныҡ. Билдәләнгән күрһәткес йылына 77 ине. “БелЗАН” акционер ойошмаһы милли проекттың 100-се ҡатнашыусыһы булды. Беҙ был һанға еттек һәм йыл аҙағына тиклем тағы ла бер нисә предприятие менән килешеү төҙөргә ниәтләйбеҙ, – тине ул.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты 2018 йылда РФ Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған һәм 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырырға саҡыра.
Проектта ҡатнашыу өсөн производительность.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: